logo
Сельская модельная библиотека
села Новые Татышлы
муниципального района Татышлинский район
Республики Башкортостан
header img

«Трезвое село» ждёт вашего голоса!

✅ «Айыҡ ауыл» һеҙҙең тауышты көтә!
Оҙаҡламай, 22-һенән 23 майға ҡараған төндә, «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсында һынау тотҡан ауылдар өсөн интернет аша тауыш биреү башлана.
Унда быйыл Башҡортостандың 54 районынан да ҡатнашалар. Халыҡ һанына ҡарап, ауылдар дүрт категорияға бүленгән: эре, ҙур, урта һәм бәләкәй.
Тауыш биреү «Голос РБ» порталында ойошторолған – https://golos.bashkortostan.ru/polls/312/
Ошонда уҡ һәр ҡатнашыусының презентация материалдары менән танышырға була. Үҙең теләгән ауыл өсөн тауышты 23 май 00.00 сәғәттән 1 июндең 23.59 сәғәтенә тиклем бирергә мөмкин.
Һөҙөмтәгә ҡарап, ауылдар өҫтәмә балл йыясаҡ, был уларҙы призлы урындарға яҡынайтасаҡ. Шулай уҡ, конкурсты ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, өҫтәмә махсус приздар ҙа буласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ошо йылдың июнь айы аҙағында үткәрелә.
Билдәле булыуынса, категорияларға ҡарап, еңеүселәр 1,5 – 6 миллион һум аҡса аласаҡ.
«Айыҡ ауыл-2021» проекты Башҡортостан Башлығының республика Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған гранты иҫәбенә үткәрелә.
_______________
✅ «Трезвое село» ждёт вашего голоса!
Совсем скоро — в ночь с 22 на 23 мая стартует интернет-голосование среди районов-участников республиканского конкурса «Трезвое село-2021». В этом году в онлайн-состязании участвуют все 54 района Башкортостана. Представляющие свой район населенные пункты распределены по четырем категориям в зависимости от количества населения: крупные, большие, средние и малые.
Голосование организовано на портале «Голос РБ» – https://golos.bashkortostan.ru/polls/312/
Там же можно ознакомиться с презентационными материалами по каждому участнику. Отдать голоса понравившимся деревням можно будет с 00.00 ч. 23 мая до 23.59 ч. 1 июня 2022 года.
По итогам голосования населенные пункты получат дополнительные баллы, приближающие их к призовым местам. Также, по решению оргкомитета, будут и дополнительные — специальные призы. Награждение победителей состоится в конце июня текущего года.
Напомним, призеры в разных категориях получат от 1,5 до 6 миллионов рублей.
Проект «Трезвое село-2021» реализуется на средства гранта Главы Республики Башкортостан от Фонда содействия гражданскому обществу РБ.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2021 #АйыҡАуыл2021 #ФСГОРБ